Студенттар «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында ҡунаҡта

Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы студенттары «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында ҡунаҡта. Уҡыу йортоноң медиа-үҙәгендә шөғөлләнеүсе егет-ҡыҙҙар Халыҡ-ара музейҙар көнө уңайынан медиахолдингтың тарихы менән танышты, «Телевидение һәм радио сәнғәте мәктәбе»ндә өҫтәмә белем алыу тураһында танытма алыр алдынан һуңғы имтиханға йыйылды. Студенттарҙың телевидение буйлап сәйәхәтен БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте.

«Башҡортостан» телевидение һәм радио тарихы музейының ҡәҙерле экспонаттарының береһе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәр өйҙә тиерлек торған бындай репродукторҙар Өфөнән ебәрелгән яңылыҡтарҙы трансляциялай. 1941 йылда Мәскәү янындағы иң көслө радиостанция Башҡортостандың баш ҡалаһына эвакуациялана. Әлеге «Главпочтамт» бинаһында урынлашҡан радиобәйләнеш төрлө телдәрҙә тотош СССР һәм Европа илдәренә яңылыҡтар тураһында хәбәр иткән. Ошо һәм башҡа экспонаттар тарихы менән Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы студенттары танышты. Экускурсияны музейға нигеҙ һалыусы Шәүрә Ғилманова менән Юнир Аҙнабаев үткәрҙе.

Телевидение тарихы - тәү сиратта кешеләр. Һәр экспонат ниндәй ҙә булһа йылдың, шәхестәрҙең сағылышы. Халыҡ-ара музейҙар көнөнә бағышланған экскурсия Салауат колледжы һәм «Башҡортостан» телерадио омпанияһы төҙөгән килешеү нигеҙендә үтте. Әле унда танылған «Медиаүҙәк» эшләп килә. Унда»Абилмпикс» Милли чемпионаты лауреаты Ильяс Ишембәтов та шөғөлләнә.

«Абилимпикс» ике этапта: төбәк һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә үтте. Беҙ хәбәрселәр ролендә видеосюжеттар әҙерләнек. Әлбиттә, еңелдән булманы. Миңә төрлө яҡлап ярҙам иткән уҡытысым Оксана Ерофееваға рәхмәтлемен.

Ильяс Ишембәтов, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы студенты

Медиаүҙәк асыу тураһында беҙ күптән хыялландыҡ. Тәүҙә биш кеше генә йөрөһә, әле 22 студент видеосюжеттар төшөрөү, текст яҙыу, монтажлау эше менән шөғөлләнә. Материалдарҙы социаль селтәрҙәргә һалып барабыҙ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы мәктәбен үтеү беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә.

Хәлимә Ишембәтова, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы студенты

Быға тиклем ярты йыл дауамында БСТ каналының «Телевидение һәм радио сәнғәте мәктәбе» студенттар менән оҫталыҡ дәрестәре үткәргән. Сәфәр барышында буласаҡ белгестәр телевидение тормошоноң «эске кухняһын» күрҙе.

Студенттар менән «Юлдаш» радиоһы баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева һәм «Тамыр» телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина осрашты.

Салауат колледжы студенттары «Тамыр» телеканалы менән тығыҙ бәйләнештә булырға, репортаждар ебәреп торорға килеште. Медиа индустрияһын өйрәнә башлаусыларға уңыштар ғына теләргә ҡала!

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ