«Модерн» театр сәхнәһендә Айрат Абушахмановтың «Бәхет хаҡы» һәм «Һинһеҙ килгән яҙҙар» музыкаль мелодрамалары тәҡдим ителде.
Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ өсөн был күптән күптән көтөлгән осрашыу. Һуңғы гастролдәр 4 йыл элек, башҡорт драма театрының бер быуатлыҡ юбилей йылында ойошторола. Был осрашыу актерҙар өсөн дә әһәмиәтле. Сөнки коллективтағы ике быуын Михаил Щепкин исемендәге юғары театр училищеһын тамамлаған. Шуға ла тамашасылар араһында уларҙың педагог-уҡытыусылары ла бар ине.
«Бәхет хаҡы» спектакленән музыкаль номерҙар йөҙләгән Мәскәү фатирҙарында яңынан ҡараласаҡ. Сөнки Фидан Ғафаровты телефонға төшөрөүҙән тыйылыу ҡыйын. Был миҙгелдә актер 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Мәскәүҙә «Бәхет хаҡы» спектаклен күрһәтеү - күренекле актерҙың юбилей саралары этабы.



