Улар менән хушлашырға туғандары, яҡындары килгән. Мобилизацияланған һалдаттарҙы БЮТ хәбәрселәре лә оҙатты.
Һигеҙ айҙан ашыу яҡындарын күрмәгән яугирҙар өсөн ике аҙна ял, әлбиттә, бер мәл генә тойола. Әммә шул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә егеттәр рухи көс туплап өлгөрә. Туғандарының иғтибары, яҡындар менән осрашыу һалдат өсөн үтә лә мөһим. Шуға күрә хәрбиҙәр был аҙна-ун көндө мөмкин тиклем файҙалы уҙғарырға тырышҡан.
Ҡайһы бер хәрбиҙәр отпуск мәлендә хатта өйләнеп тә өлгөргән. Баллы айҙы һуҙыр инек тә, әммә тыуған илгә булған бурысты үтәү мөһимерәк, ти улар. Иң мөһиме хәҙер яугирҙы өйҙә законлы ҡатыны көтәсәк.
Мобилизацияланыусыларҙы оҙатырға килгән төбәк парламенты рәйесе әйтеүенсә, бөгөн Башҡортостан үҙенең ысын патриоттарын оҙата. Алғы һыҙыҡта үҙ илен, яҡындарын һаҡлаусылар Бөйөк Еңеү бүләк итеүселәрҙең лайыҡлы вариҫтары. Һеҙҙең барығыҙ ҙа беҙҙең өсөн геройҙар, тине Константин Толкачев.
Һалдаттар хәрби операция биләмәһендә ҡалған яуҙаштарын да онотмаған. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ағзалары халыҡтан күстәнәстәр ҡабул итеп, алғы һыҙыҡҡа оҙатыуҙы ойошторған. Исемле посылкаларҙы, тыуған яҡ сәләмен яугирҙарға хеҙмәттәштәре тапшырасаҡ.
Айнур Кәбиров






