Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай менән Белоруссияның Гомель өлкә депутаттар советы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү проекты өҫтөндә эш тамамланды. Документҡа ҡул ҡуйыу июнь аҙағында Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең унынсы юбилей форумы сиктәрендә планлаштырыла.
Килешеү проекты төбәк парламенттарының төп хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен һәм формаларын билдәләй. Хеҙмәттәшлек берлектәге саралар үткәреүҙе, эшсе төркөмдәр булдырыуҙы һәм рәсми делегациялар менән алмашыуҙы күҙ уңында тота. Ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу Башҡортостанда һәм Гомель өлкәһендә закондар сығарыу процесын камиллаштырыуға ғына ҡайтып ҡалмаясаҡ, ә тотош Рәсәй менән Белоруссияның дәүләт-ара хеҙмәттәшлеген нығытыуға ла булышлыҡ итәсәк.



