Яугирҙарға ярҙамды республика халҡы, предприятие һәм ойошмалар туплаған. Алғы һыҙыҡҡа төрлө машиналар, кейем һалым, медицина кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек килтерелде. Донбасҡа гуманитар ылауҙы Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатып барҙы.
Артта ике мең саҡырым самаһы юл, алда яугир яҡташтарыбыҙ менән осрашыу. Башҡортостандың берҙәм халҡы ҡаһарман улдарын алғы һыҙыҡта яңғыҙ ҡалдырмай. Комиссар ҡушаматлы яугир, үҙенең иптәштәре өсөн кәрәкле техника алып килгән. - убрать это предложение!
Яңауылдар ҙа яугирҙары янында. Улар мобилизацияланған һәм ирекле батальондарҙа хеҙмәт иткән яҡташтарына иң кәрәкле әйберҙәр килтергән. Район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов та Ватан һағына баҫҡан егеттәрҙең хәлен белешеүҙе мөҡәддәс бурыс тип иҫәпләй.
Ғафури районынан әле йөҙҙән ашыу кеше махсус хәрби операция биләмәһендә. Уларҙың ҡулында ҡорал, күңелендә еңеүгә ныҡлы ышаныс. Фашистар менән көрәш алып барған ир-егеттәргә район халҡы дәррәү ярҙам күрһәтә.
Сер түгел, Украинала беҙҙең ғәсҡәр коллектив көнбайыш ҡорал менән тәьмин иткән фашистарға ҡаршы тора. Дошман сафында сит ил наемниктары күп булыуы ла билдәле. Шуға ла һынылышлы осорҙа халҡыбыҙға берҙәм булыу һәм алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға һәр төрлө ярҙам күрһәтеү мөһим тигән фекерҙә Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.
Халҡыбыҙҙа, берҙәмлектә көс тигән әйтем бар . Ҡулына ҡорал тотоп фашизмға ҡаршы торған ҡаһарман яҡташтарыбыҙға дәррәү ярҙам күрһәтеү, уларҙың именлеген тәьмин итеүгә һәм еңеүгә индерелгән өлөш тип аңларға кәрәк.
Рафиҡ Әхмәтшин






