Башҡортостанда «Ғаилә аҙналығы» дауам итә

Өфөнөң «Минең документтар» күп функциялы үҙәгендә йыл һайын уҙғарылған «Файҙалы осрашыуҙар марафоны» үтте. «Ғаилә аҙналығы» сиктәрендә ойошторолған осрашыуҙа балалар ялын ойоштороу юлдары ҡаралды.

Район хакимиәттәренең мәғариф бүлеге, «Ғаилә» үҙәге белгестәре һәм эшҡыуарҙар бишенсе сиректе файҙалы итеп үткәреү буйынса кәңәш бирҙе, йәй эшләйәсәк түңәрәктәр менән таныштырҙы. Осрашыу Башҡортостан күп функциялы үҙәктәренең 54 офисында үтте. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған «Ғаилә аҙналығы» дауам итә. Бөгөн «Сәләмәт ғаилә — сәләмәт республика» акцияһы старт алды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ