Уны «Ирәндек» башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды ойошторҙо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
«Оҙон бәйге» ат һөйөүселәрҙе, был спорт төрөн үҙ итеүселәрҙе бер майҙанға тупланы. Ярыш республиканың һәм күрше төбәктәрҙең йөҙгә яҡын иң яҡшы һыбайлыларын берләштерҙе. Ямғырҙан һуңғы ауыр трасса шарттарында башҡорт аттары йәнә лә үҙҙәренең көсөн һәм сыҙамлығын иҫбатланы. Сабыш алты заезда үткәрелде.
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы призына 6 мең метр арауыҡта финиш һыҙығын үҙ Турысайында беренсе булып һыбайлы Сергей Айсенов үтте. Һуңғы уҙыш - 14 мең метрға сабыш барыһы өсөн дә иң тулҡынландырғыс мәл булды. Һөҙөмтәлә, Оҙон бәйгенең еңеүсеһе тип 16 йәшлек жокей Илназ Мостафин табылды. Төп приз-башҡорт тоҡомло ҡолон, ат хужаһы Темәс ауылынан Әхмәт Хөсәйеновҡа тәтене.
Иҫке Сибайҙа Ауҙарыш уйыны ла үтте. Был ат - спорт төрө башҡорт халҡының оҫта һыбай йөрөү һәм боронғо көрәш сараларын берләштерә.Уйын «Төньяҡ амурҙары вариҫтары» проекты сиктәрендә республика башлығы гранттары фонды ярҙамында ойошторолдо.
Самбо түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр һәм мәргән уҡсылар ҙа сағыу саранан ситтә ҡалманы. Улар ҙа үҙ көстәрен һынаны. Һыбай йәйәнән уҡ атыуҙа еңеүсе булған Учалы районы уҡсыһы Рәсих Йортбәков әҙерләгән башҡорт тоҡомло ҡолон менән бүләкләнде.
«Оҙон бәйге» август айында Баймаҡ районында үтәсәк «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленә әҙерлек этабы булып торҙо.
Әлфиә Хәмитова



