Шаран районында Рима Баталова призына еңел атлетика буйынса төбәк-ара ярыштар үтте

Йылдан-йыл үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүселәр арта. Был юлы Шаран, Мишкә һәм Туймазы райондарынан 450 атлет ҡатнашты. Улар йәшенә ҡарап, төрлө дистанцияға йүгерҙе. Традицион кросс Башҡортостан халҡының сәләмәтлеген нығытыу, спорт менән даими шөғөлләнеү, ауыл ерендә еңел атлетиканы һәм балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Сарала ҡатнашыусы һәр спортсы Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фондынан иҫтәлекле бүләк алды. Еңеүселәргә дипломдар, кубоктар, миҙалдар һәм ҡиммәтле приздар тапшырылды.

Рима Баталованың «Спорт легендаһы» ярышы 14-се тапҡыр ойошторолдо. Быйыл ул Стәрлетамаҡ, Яңауыл һәм һуңғы этап Шаранда үтте. Был кростарҙа 1 мең 200-ҙән ашыу кеше үҙ көсөн һынап ҡараны. Уларҙың күбеһе спорт донъяһына тәүге аҙымды тап беҙҙең ярыштарҙа яһай.

Рима Баталова, Дәүләт Думаһы депутаты, «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ