Өфөлә уҙасаҡ “Китап байрамы”нда 140-тан ашыу нәшриәт ҡатнашырға теләк белдергән

Ил төбәктәре, Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан вәкилдәр килеүе көтөлә. Бөгөн Башҡортостан Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова матбуғат конференцияһында ошо турала белдерҙе. Баш ҡалаға танылған Рәсәй артистары саҡырылған. Фестивалдең “Уҡырға ваҡыт” тип аталған өлөшөндә  Даниил Спиваковский, Дмитрий Дюжев, Дарья Мороз уҡыуында әҫәрҙәр яңғырай. Йәрминкә барышында “Китап бүләк ит!” акцияһы ойошторола. Фестиваль Өфөнөң Совет майҙанында була. 26 майҙа башлана, өс көн дауам итә. Саралар иртәнге сәғәт ундан киске 10-ға тиклем бара.

Фото №1 - Өфөлә уҙасаҡ “Китап байрамы”нда 140-тан ашыу нәшриәт ҡатнашырға теләк белдергән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ