Республика Башлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, “Рәсәй тимер юлдары” компанияһы состав өсөн 16 уңайлы вагон биргән. Һәр купе заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған: хәүефһеҙлек, элемтә һәм елләтеү саралары ҡуйылған. Мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙар өсөн дә уңайлыҡтар бар. Тәүге поезд 27 майҙа юлға сыға. Йыл аҙағына тиклем Өфө – Сочи маршрутында пассажирҙар һанын 30 меңгә еткереү көтөлә.







