Һөт ризығына арналған байрам Ҡашҡар ауылында ойошторола. “Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар һыйырҙы йырлап ҡына һауа. Һәр хужабикәнең май бешеү ысулы бар”, - ти ауыл хакимиәте башлығы Зөһрә Зәйнуллина.
Йәрминкәлә май бешеү ысулдары күрһәтелә. Ҡатнашыусылар һөт ризыҡтарынан ауыҙ итә ала. Май байрамы бөгөн була.







