Башҡортостан яугирҙары ҡыҫҡа ялдан һуң йәнә махсус операция биләмәһенә юлланды. Бөгөн уларҙы Өфөлә туғандары һәм яҡындары оҙатты.
«Һәр ир-егет тыуған илен, ерен һаҡларға бурыслы. Беҙ был бурысты үтәйбеҙ. Барыһы ла яҡшы буласаҡ”, ти һалдаттар.
Яугирҙәр Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бүленгән автобустарҙа хәрби частәренә барып етәсәк. Ошо уҡ транспорт отпуск алған башҡа хәрбиҙәрҙе алып ҡайта.







