Ике көн дауамында барған сара донъяның 8 тиҫтәнән ашыу иленән меңдәрсә кешене йыйҙы. Форумда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты. Ислам илдәре араһында яңы бәйләнеш булдырыу маҡсатында төрлө яҡлы осрашыуҙар уҙғарылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостан стендында Иран делегацияһы вәкилдәрен ҡабул итте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин репортажы.
Рәсәй күп милләтле дәүләт булараҡ донъя диндәре традицияларын хөрмәт итеү һәм һаҡлау өлкәһендәге бай тәжрибәгә эйә. Быуаттар дауамында илебеҙҙә христиан, ислам, буддист һәм йәһүдтәр татыу ғүмер итә. Рәсәй бөгөн Ислам дәүләттәрен сауҙа-иҡтисади һәм инвестиция партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыуға ла өҫтөнлөк бирә. Форумдың икенсе көнө «Рәсәй — Ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмө ағзаларының ултырышынан башланды.
Форумда Рәсәй һәм мосолман илдәре халыҡтарының тарихи, мәҙәни һәм рухи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү мөмкинлектәре көн ҡаҙағына сығарылды. Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ илебеҙҙең бөгөнгө донъяуи шарттарҙа ла нигеҙе ныҡ булыуы билдәләнде.
Артабан форум түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙәр, эшлекле килешеүҙәр менән дауам итте. Радий Хәбиров бөгөн Иран республикаһы делегацияһы менән осрашты. Башҡортостан Башлығы республика юғары сифатлы иген культураһын, үҫемлек майын кәрәкле күләмдә тәьмин итә алыуын белдерҙе.
Республика башлығы Иран делегацияһы вәкилдәрен май аҙағында Сибайҙа үтәсәк «Урал аръяғы» инвестиция форумына һәм августа башҡорт аты фестиваленә саҡырҙы. Әлеге ваҡытта Өфө менән Тәһран ҡалалары араһында авиабәйләнеш юлдарын асыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыуын билдәләне.
Донъяның 85 дәүләтенән 7 меңдән ашыу кешене бергә йыйған сарала һәр ил үҙ тәҡдиме менән сыҡты. Тауар әйләнешен булдырыу һәм көйләү өсөн форум төп майҙансыҡҡа әүерелде. Төркмәнстан эшҡыуарҙары мәҫәлән, Башҡортостанда күркә итенән етештерелгән продукцияларын сауҙаға сығарыу юлдарын барлай.
Форум тиҫтәләп эшлекле майҙансыҡта үтте. Фекер алышыуҙар төрлө тармаҡтарҙы үҙ эсенә алды. Дағстан, Чечня, Татарстан, шулай уҡ Башҡортостан республикаларында быйыл мәҫәлән, пилот проект булараҡ «Ислам банкы» тормошҡа ашырыласаҡ. Төп бурыс банктың эш алымдары, финанс продукттар тулыһынса шәриғәт ҡанундарына яуап бирергә тейеш. Башҡортостан яңылыҡты ҡабул итергә әҙер. Эшсе төркөм булдырылған. Федераль закондың ҡабул ителеүе көтөлә.
Башҡортостан былтыр Ислам донъяһының 23 иле менән тышҡы сауҙа мөнәсәбәттәрен булдырғайны. Был илдәр өлөшөнә республиканың дөйөм тауар әйләнеше күләменең 25 процент тирәһе тура килә. Ислам дәүләттәре партнерҙары менән тығыҙ бәйләнеште иҫәпкә алып, республикабыҙҙың ҡеүәте бөгөнгө форумдан тағы ла юғарырыҡ күтәрелер тигән ышаныс уятты.
Азат Ғәлиуллин




