Йәйҙең тәүге көнөндә үк баш ҡалалағы ҡомлоҡтар эшләй башлай

Уға тиклем Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы объекттарҙың халыҡты ҡабул итергә яраҡлығын тикшерә. Бөгөн комиссия Инорс биҫтәһендәге ҡомлоҡтарҙың торошон ҡараны. Рейдта БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты

Кругтары бар, ә ҡотҡарыусылар юҡ әле. Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы баш ҡаланың Инорс биҫтәһендәге Өфө йылғаһы ярындағы «Ҡомло» пляжын тикшерә. 1 июнгә тиклем ике ҡотҡарыусы табырға кәрәклеге билдәләнде.

Был рейдтан һуң һыу инеү миҙгеле башланғансы тағы йөрөп сығабыҙ. Күбеһенсә хәүефһеҙлек талаптары буйынса иҫкәртеүҙәр бар. Май аҙағына тиклем уларҙы бөтөрөргә ҡушылды.

Артур Бубнихин, Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе урынбаҫары

Пляждың исеме - есеменә, йылға буйында ҡом күп, ҙур ҡырсынташтар һәм сүп-сар юҡ. Төбө таҙартылған, һыу һәм ҡом составына анализ яһалған. Ҡомлоҡ хужалары беледереүенсә, бындай анализ йәйгеһен дүшәмбе һайын эшләнәсәк. 2004 йылда асылған ҡала пляжында ҡоролмалар яңы түгел. Һыу инергә килеүселәр 130 һум түләйәсәк, туҡталҡала автомобиль ҡуйыу 150 һумға төшә.

Штатта ике ҡотҡарыусы матрос буласаҡ. Алты йөҙөү ҡулсаһы, бау бар. Ҡорамалдар төҫкә иҫке күренһә лә, уларҙың функцияһы, техник төҙөклөгө талаптарға яуап бирә.

Владимир Шишик «Ҡомло» пляжын ҡуртымға алыусының вәкиле

Өфөлә быйыл бөтәһе ун рәсми пляж эшләйәсәк. Комиссия уларҙың бөтәһен дә тикшерә. Рәсми булмаған ҡомлоҡтарға киләндә, Колгуев күпере аҫтында Өфө йылғаһы буйында бөгөн өмә үтте. Өфө ҡалаһының йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге ойошторған акцияла утыҙ ирекмән ҡатнашты. Ял итеүселәр яр буйын сүп- сар менән тултырырға ла өлгөргән.

Рәсми ҡомлоҡ булмағас, был урынды ҡарап, тәртиптә тотоусы юҡ, эш ирекмәндәр иңенә төшә.

Аҙым һайын усаҡтан ҡалған күмерҙәр. Әлеге мәлдә тәбиғәттә ут яғыу тыйылған, инспекторҙар ҡағиҙә боҙоусыларҙы тотҡанда, штраф түләргә тура киләсәк. Әйткәндәй , бында һыу инергә лә ярамай. Киләһе аҙнанан көн йылыта, йәйге эҫе һауа торошо көтөлә.

Ябай ғына хәүефһеҙлек талаптарын үтәү ғүмер хаҡына торошло икәнен көндәр эҫетеү менән тәбиғәт ҡосағына ашҡыныусылар онотмаһын ине.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ