Советтар Союзының иң ҙур балалар һәм үҫмерҙәр ойошмаһына быйыл 101 йыл. Был көндө Иглин районы балалары тантаналы шарттарҙа «Башҡортостан пионерҙары» ойошмаһына ҡабул ителде.
Йола буйынса, йыл һайын төбәктең дүртенсе класс уҡыусылары пионерҙар сафына алына. Быйыл 19 ауыл биләмәһенән меңдән ашыу уҡыусы балалар йәмәғәт ойошмаһын тулыландырҙы. Йәш быуын «Башҡортостан пионерҙары» исемен ғорурлыҡ һәм хөрмәт менән йөрөтөргә һүҙ бирҙе. Балаларҙы мөһим ваҡиға менән өлкән быуын вәкилдәре, Владимир Ленин исемендәге Бөтә союз пионер ойошмаһы ағзалары ҡотланы. Абруйлы ҡунаҡтар һәм мәктәп активистары тантаналы шарттарҙа балаларға пионер галстуктарын бәйләне.






