Өфөнөң 95-се белем биреү үҙәгендә Рәсәй Геройы Александр Доставаловтың исеме мәңгеләштерелде

Киләсәктә мәғариф учреждениеһында герой партаһы ла булдырыласаҡ. Ҡыҙыу нөктәлә Рәсәй мәнфәғәтен яҡлап һәләк булған ҡаһарман рухлы хәрбигә хәтер һәм хөрмәт сараһы хаҡында киләһе яҙмала.

Өфөнөң 95-се мәктәбендә Рәсәй Геройы Александр Доставалов башланғыс синыфтарҙа белем алған. Мемориаль таҡтаташ асыу митингына хәрби хәрәкәттәр ветерандары, батырҙың яуҙаштары, курсанттар, мәктәп уҡыусылары, классташтары йыйылды. Хәрби-патриотик сарала Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, «Ватан һаҡсылары» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы яҡлау дәүләт фонды Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина сығыш яһаны.

Александр Доставалов 2000 йылдың 1 март төнөндә өсөнсө взвод менән алтынсы ротаға ярҙамға барғанда ҡаты яралана. Шул көйөнсә һалдаттар менән идара итә. Әммә сираттағы яра десантсы өсөн үлемесле була. Рәсәй Геройы тормошо йәш быуынға тыуған илгә тоғро хеҙмәт итеү өлгөһө булып тора.

Хәрби-патриотик сараға махсус хәрби операциянан ялға ҡайтыусы яугир ҙа саҡырылғайны. «Артист» ҡушаматлы хәрби үҙе хеҙмәт иткән Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемен йөрөткән батальон һалдаттары сәләмен еткерҙе. «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташлаймайбыҙ!» Геройҙың был һүҙҙәре беҙҙең йөрәктәргә яҙылған. Беҙ Еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ, тип белдерҙе ул.

Беҙҙең өсөн башҡа сценарий юҡ. Ниндәй генә осраҡта ла беҙ дошманды ҡыйратып,еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ.

«Артист» ҡушаматлы һалдат

104-cе гвардия десант полкы, 76 -сы һауа -десант дивизияһы парашют-десант батальоны командиры , Беренсе , Икенсе Чечен һуғыштарында ҡатнашыусы гвардия майоры Александр Доставалов хөрмәтенә залп яңғыраны. Рәсәй Геройы менән башланғыс синыфта бергә уҡыусы класташтары мәрмәр таҡтаташ асыу тәҡдимен индерә, уларҙың һәр береһе ҡаһарман яугир хаҡында яҡты хәтирәләр һаҡлай.

Герой ҡаһарманлығы хаҡында хәтер быуындан-быуынға тапшырылғанда батырыбыҙ онотолмаясаҡ. Рәсәй хәрби тарихи йылъяҙмаһында Александр Доставалов исеме мәңгелеккә уйылған. Мәғариф учреждениеһына уҡырға килеүселәр, ата-әсәләр был һуҡмаҡтан үткәндә мәрмәр таҡтаташҡа ҡарап беҙҙең мәктәптә Рәсәй Геройы белем алған, тип ғорурланасаҡ.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ