Шәфиевтар был ғәҙеллекте 9 йыл көткән. 2014 йылда ғаилә фатир һатып ала, тик суд ҡарары буйынса ул торлаҡтың элекке хужаһының туғандарына бирелә. Шәфиевтар аҡсаһыҙ һәм фатирһыҙ тороп ҡала. Әммә БЮТ телеканалында күрһәтелгән яҙма һөҙөмтәһендә ғаилә проблемаһына юристар иғтибар итә һәм ярҙам күрһәтә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Бына ул - һуңғы 9 йыл дауамында көтөп алған мәл. Юристар ярҙамында Эдуард Шәфиев ҡасандыр фатир өсөн түләгән аҡсаһын кире ҡайтарҙы. 2014 йылда ир ҡатыны менән бергә икенсел торлаҡ һатып ала. Әммә һуңыраҡ суд ҡарары буйынса торлаҡ элекке хужаның туғандарына тапшырыла. Асыҡланыуынса, фатирҙы өләсәһе ейәненә бүләк итеп ҡалдыра, егет Шәфиевтарҙан алдараҡ фатирға эйә булыу тураһындағы документтарҙы юллап өлгөргән була.
Шәфиевтарға фатирҙы риелтор ярҙамында һатып алыу ҙа ярҙам итмәй. Белгестәр әйтеүенсә, ғаиләгә яуаплылыҡты страховкаларға кәрәк булған. Ғаилә проблемаһы тураһында «Яңылыҡтар» хеҙмәте ике йыл элек бәйән иткәйне. Ул саҡта ғаилә төрлө инстанциялар тупһаһын тапауҙан арып, өмөтөн өҙгән була.
Юристар әйтеүенсә, Шәфиевтар фатирға түләгән аҡсаны тулы күләмдә кире аласаҡ. Тик килешеүгә ҡул ҡуйыу ваҡытынан 9 йыл үткән. Ошо ваҡыт арауығында торлаҡ хаҡы ла уртаса ике тапҡырға артҡан. Бындай хәлгә тарымаҫ өсөн, торлаҡ һатып алған саҡта уның буйынса барлыҡ ҡағыҙҙар менән дә танышырға кәңәш ителә. Икеләнгән осраҡта, юристарға мөрәжәғәт итеү зарур.
Рәзилә Ғиниәтуллина






