Башҡортостанда бизнес-шерифтар төбәк-ара форумы була

Сара “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында ойошторола. Район һәм ҡала башлыҡтарының эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн яуаплы урынбаҫарҙары хәҙерге шарттарҙа бәләкәй һәм урта бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары менән таныша, халыҡ-ара эксперттар һәм белгестәр фекерен тыңлай, тәжрибә уртаҡлаша. Бизнес-шерифтар институты Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2019 йылда булдырылды. Проект Стратегик башланғыстар агентлығы исемлегенә алынды. Сибайҙа “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы 25-26 майҙа үтә.

Фото №1 - Башҡортостанда бизнес-шерифтар төбәк-ара форумы була
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ