Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика илдә тәүге 5 төбәк исемлегендә. Рәсәй статистика хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 2022 йылда илдә 6 миллион ярым кеше шифаханаларҙа һаулығын нығытҡан. Әйткәндәй, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға юллама бушлай бирелә. Бының өсөн бюджеттан 100 миллион һум бүленде. Былтыр 100 яугир шифаханаларҙа ял итеп һаулығын нығытҡан.








