Башҡортостанда урман янғын һүндереү станциялары юғары әҙерлек тәртибенә күсерелде. Махсус тәртип ваҡытында урманға инеү сикләнә, усаҡ яғыу, пиротехник саралар ҡулланыу тыйыла. Режимды боҙған өсөн яуапҡа тарттырыу ҡарала. Ябай халыҡҡа 20 мең һум, ойошмаларға 800 мең һумға тиклем штраф һалына.







