Халыҡ ижады үҙәге белгестәре һәм төрлө райондарҙың ҡул эше оҫталарының уртаҡ проекты “Сигеп биҙәлгән Рәсәй” фестивалендә ҡатнаша. Унда тәбиғәт ҡомартҡылары, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың үҙенcәлекле йолалары сағыла. “Салауат районы картаһында халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаев төшөрөлгән”, - ти оҫтабикә Гөлдәр Шәбиева.
Башҡортостандың сигеп биҙәлгән картаһы менән 26 майҙа “Китап-байрам” халыҡ-ара йәрминкәһендә танышырға мөмкин.







