Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма республикала меңенсе кешене ҡотҡарған

Ул Стәрлетамаҡ районы Октябрьское ауылында йәшәүсе күп балалы ғаиләне фажиғәнән аралай. Наталья Әхмәтшина донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, эшләп торған үтекте кейем өҫтөндә онотоп ҡалдыра. Төтөн еҫенән янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма эшләй башлай. Күп балалы Әхмәтшиндар менән республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров осрашты. Ул балаларға бүләктәр, ғаиләгә тағы бер янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма бүләк итте.

Ҡоролма бик һиҙгер эшләй. Табанан көйөк еҫе сыҡҡанда ла, сирена ҡысҡыра башлай. Беҙҙең осраҡта ла, сирена ишетелеү менән , бүлмәгә йүгереп индем һәм үтекте һүндерҙем. Ҡоролманы беҙгә 2018 йылда бирҙеләр, йыл да батареяһын тикшереп торабыҙ.

Наталья Әхмәтшина, Октябрьское ауылында йәшәүсе

Дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре ауылда рейд та үткәрҙе, халыҡҡа республикала индерелгән янғынға ҡаршы махсус режим тураһында һөйләне. Шулай уҡ күп балалы ғаиләләргә, пенсия йәшендәгеләргә иҫкәртеүсе ҡоролмалар таратылды. Башҡортостан ҡоролманы 12 категория граждандарына бушлай таратыусы берҙән-бер төбәк. 2016 йылдан бирле улар 500 меңдән ашыу берәмек тапшырылған. Приборға эйә булыр өсөн дәүләт хеҙмәттәре ҡушымтаһы, күп функциялы үҙәктәргә, йә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ