Йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреү, авиация өлкәһендәге ҡаҙаныштар менән таныштырыу, киләсәк быуынды һауа гиҙеү эшенә ылыҡтырыу маҡсатында үткәрелгән байрам юғары уҡыу йортоноң «Аэропорт» лаборатор- һынау комплексында үтте. Баш ҡаланан ситтә урынлашыуға ҡарамаҫтан, байрамға йөҙҙәрсә малай һәм ҡыҙ, зәңгәр күккә ғашиҡ кешеләр килгән.
Ни бары биш секунд һауала, әммә ҡыуаныстың сиге юҡ. Балалар әйтерһең дә үҙҙәре лә күктең етенсе ҡатына күтәрелә. Самолет моделе менән бергә малай һәм ҡыҙҙарҙың күңелдәре лә ҡанатлана. Хәйер кескәй пилоттар өсөн ул ябай пенопласт түгел. Самолеттың да йәне бар , тип иҫәпләй улар.
Пенопластҡа йән өрөүгә уны яратыу ғына етмәй. Балалар моделдәрҙе күккә күтәреү өсөн физика, геометрия һәм башҡа фәндәрҙе лә өйрәнә. Самолеттар оҙаҡ осһон өсөн уның үлсәмдәре, ауырлыҡ үҙәге, аэродинамикаһы теүәл булыуы шарт. Балаларҙың түңәрәктәрҙә алған белемдәре киләсәктә һөнәр нигеҙенә лә ятыуы ихтимал.
Балалар стриж, дельта, стайер авиамоделдәре менән чемпиондарҙы асыҡланы. Судьялар самолеттарҙың күпме ваҡыт һауала ҡалыуын иҫәпләй.
Тап ошондай балаларҙа һуңынан ысын самолет һәм вертолеттарға , авиацияға, зәңгәр күккә ынтылыш тыуа. Өфө фән һәм технологиялар университетының һынау комплексында ҡуйылған осоу аппараттарына булған ҡыҙыҡһыныу ҙа ошоға дәлил. Малай - ҡыҙҙар хәрби һәм граждандар авиацияһы өлгөләрен күреү, пилот урынына ултырып ҡарау өсөн сиратҡа теҙелде.
Спорт-техник байрамы йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреү, авиация өлкәһендәге ҡаҙаныштар менән таныштырыу, киләсәк быуынды һауа гиҙеү эшенә ылыҡтырыу маҡсатында ойошторола. Был саранан бер генә бала самолеттарға ғашиҡ булып ҡата икән, тимәк ул юҡҡа уғаҙырлмай. Тимәк киләсәк быуынды ла юғары осош көтә.
Айнур Кәбиров






