Сарала илдең төрлө төбәктәренән ҡырҡҡа яҡын хәрби-тарихи клуб ағзалары, ике йөҙҙән ашыу реконструктор ҡатнаша. Тарихи майҙансыҡтарҙа «ауыр бронетехника» ҡулланыла. Сара сиктәрендә 1944 йылда ҡыҙылармеецтарҙың Львовты азат итеү хәрби операцияһы буйынса күрһәтмә сығыштар ҡаралған. Быйылғы фестиваль хәрби техника күргәҙмәһе менән ҡыҙыҡлы.
Славян дружинаһы, уҡсылар һәм мушкетерҙар, Наполеонға ҡаршы Ватан һуғышына күтәрелгән башҡорт яугирҙары - фестивалгә килеүселәр өсөн һигеҙ майҙансыҡта тере тарих дәресе уҙғарыла. Биләмәлә уҡтан атыу, тимер эше һәм декоратив-ҡулланма сәнғәт буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарыла.
Фестиваль сиктәрендә юғары уҡыу йорто студенттары маскировка селтәрҙәре һәм носилкалар үреү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Хәйриә фонды менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтелә.



