Өфөлә «Волга буйы федераль округының уңышлы ғаиләһе» конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде

Ғаиләне алыштырыусылар форумында 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

Форум республикала Ғаилә аҙналығы сиктәрендә үтә. Сараға бала хоҡуҡтарын яҡлаусы, етем балаларҙы социаль яҡлау өлкәһендә эшләүселәр, етем балаларҙы ғаиләләренә алып тәрбиәләүселәр һәм был изге эшкә ниәт итеүселәр йыйылды.

Башҡортостанда ғаиләне алыштырыусылар институты яҡшы үҫеш ала, тип билдәләнде йыйылышта. Ундай ғаиләләрҙә 10 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә.Һуңғы өс йылда етем балалар 12 процентҡа кәмегән. Етемдәр проблемаһын хәл итеү төбәктең социаль сәйәсәтендә өҫтөнлөклө һорауҙарҙың береһе.

Әле етем балаларҙың 93 проценты ғаиләләргә урынлаштырылған. Беҙҙең маҡсат йөҙ процентҡа еткереү. Бының өсөн тәрбиәгә бала алыусы ғаиләләргә шарттар тыуҙырырға кәрәк.

Ленара Иванова, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

Был төр ғаиләләр өсөн телеграм-чат булдырылған һәм улар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы йәнле аралашыуҙа хәл итә. Яҡынса бер мең бала йыл һайын ғаиләгә урынлаштырыла.

Форум сиктәрендә тренингтар, лекциялар ойошторолдо. Уларҙы үҙҙәре ғаиләһенә бала алып тәрбиәләгән федераль спикерҙар үткәрҙе. «Волга буйы федераль округының уңышлы ғаиләһе»тип аталған конкурс еңеүселәре тәбрикләнде.

Донъяға килгән һәр бала ата-әсә наҙын, йылыһын, иғтибарын тойоп үҫергә тейеш тигән маҡсат тормошҡа ашырыла. Киләсәктә конкурс ошондай ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар араһында уҙғарыласаҡ.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ