Баш ҡалала экоактивистар Өфө хосписына ярҙам итеү өсөн аҡса йыя

Ирекмәндәр заявка буйынса халыҡтан ҡаты тормош-көнкүреш ҡалдыҡтарын алдан һөйләшелгән адрес буйынса килеп ала. Тормош-көнкүреш ҡалдыҡтарын тапшырып йыйылған аҡса фармацевтик һыуытҡыс һатып алыуға йүнәлтеләсәк.

Көндәлек тормошта тупланған ҡалдыҡтарҙы ирекмәндәр төп эштәренән һуң буш ваҡыттарында шәхси автомобилдәрендә йыя. Бындай кәрәкле һәм йәмғиәт өсөн файҙалы эшкә Динә Хәмзина ла ҡушылған. Экологик акция ярҙамында тормош- көнкүреш ҡалдыҡтарын төрлө фракцияларға бүлеп, уларҙы икенсе ҡулланыуға ебәреүҙән тыш, яман шеш менән интегеүселәргә лә ярҙам ҡулы һуҙыла.

Был эш минең күңелемә яҡын.. Башҡа кешеләрҙең дә картонға, шешә, пласмасс әйберҙәргә икенсе һулыш бирергә ынтылыуын күреү ҡыуаныслы. Донъяны таҙартыу һәм кешеләрҙе сәләмәт итеү үҙе ни тора. Изге эшкә ваҡыт та, көс тә йәл түгел.

Динә Хәмзина, ирекмән, «Экотакси» водителе

«Сүп-сар тапшырып, ғүмер бүләк итәбеҙ».Тап ошондай саҡырыу менән Ләйсән Зайцева үҙенең хәйриә проектын булдырған. Өфө хосписына ярҙам итергә теләгән ирекмәндәрҙе ул социаль селтәрҙәр аша тапҡан. Ул изгелек һәм мәрхәмәтлек проектына ҡушылған водителдәр автомобилдәрен бушлай заправкалай. Хосписта дарыуҙар һаҡлау өсөн һыуытҡыс һатып алыу өсөн аҡсаның шаҡтай өлөшө йыйылған.

Экотакси хеҙмәте йыл буйы эшләне. Быйыл беҙ тиҙҙән асыласаҡ Өфө хосписына фармацевтик һыуытҡыс һатып алау өсөн аҡса туплайбыҙ. Әлеге ваҡытта ҡаты ҡалдыҡтарҙы тапшырып 19 мең һумдан ашыу аҡса йыйыҙыҡ.

Ләйсән Зайцева, «Сүп тапшырып, ғүмер бүләк ит!» хәйриә проекты авторы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ