Туймазы районы Серафимовка ауылында милли ихаталар фестивале үтте

Башҡорт, рус, татар, сыуаш һәм мари мәҙәниәттәре берләшмәләре вәкилдәре этноихаталар ойоштороп, декоратив-ҡулланма сәнғәт өлгөләре күргәҙмәһендә сығыш яһаны. Ауылдар тарихы, көнкүреше, йола, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырҙы.

Ижади коллективтар байрамды халыҡ йырҙары, бейеүҙәре менән биҙәне. Районда 130 меңдән ашыу кеше йәшәй. Мәҙәни-тарихи мираҫты һаҡлаусы милли ихаталар байрамын артабан да уҙғарыу күҙаллана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ