Урындағы хакимиәт етәкселеге балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Нәфисә Ғилметдинованың башланғысын хуплап, боронғо кәсепте тергеҙеүгә булышлыҡ иткән.
Талантлы педагог-рәссам Нәфисә Ғилметдинова тыуған яғы - Саҡмағош ауылында асылған Кейеҙ баҫыу үҙәге менән таныштыра. «Таҙа сығанаҡтан» тип исемләнгән тәүге күргәҙмә - боронғо кәсепте һаҡлау һәм үҫтереү буйынса башланғыстың уңышлы булыуына ишара.
Район хакимиәте етәкселеге идеяны тормошҡа ашырыуҙа бина менән ярҙам иткән. Хәҙер тыуған яҡты өйрәнеү музейы стеналарында кейеҙ баҫыу серҙәренә төшөнөргә мөмкин.
Үҙәкте асыу тантанаһында балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары кейеҙ баҫыу техникаларын күрһәтеп, оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Өҫтәмә белем биреү учреждениеһында ике йыл элек ойошторолған уҡытыу үҫеп килгән быуын араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Дәрес аҙнаһына ике тапҡыр үтә. Балалар халыҡ эпостары, әкиәттәргә таянып сюжеттар өҫтөндә эшләй, картиналарҙа республика тәбиғәте сағылдырыла. Шулай уҡ тәбиғи материалдан күләмле эштәр - милли аш-һыу өлгөләре, ҡурсаҡтар, уйынсыҡтар яһала.
Нәфисә Ғилметдинова сирек быуаттан ашыу педагог-рәссам булып эшләй. Кейеҙ баҫыу үҙәгендә ойошторолған күргәҙмәлә ул уҡыусыларының иң яҡшы ижади эштәрен ҡуйған. Бөгөн оҫта ҡанаты аҫтында ҡырҡ бала шөғөлләнһә, курстарҙы тамамлаусылар тағы ла күберәк. Коллектив башҡарылған картиналар илһам сығанағы булып иҫтәлеккә ҡалһа, хәҙер Кейеҙ баҫыу үҙәге стеналарын биҙәй.
Гөлназ Хәйбуллина



