Баймаҡ районы Темәс ауылында икенсе килешелгән граждандар йыйылышы үтте 2023-05-20T22:45:00+05:00 Сарала Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ағзалары, Урал аръяғынан урындағы халыҡ һәм экоактивистар ҡатнашты. Йыйылышҡа меңгә яҡын кеше килде. Төп мәсьәлә - экология. Был йүнәлеш төбәк өсөн көнүҙәк. Ведомство-ара комиссия федераль бюджет сығанаҡтары иҫәбенә Урал аръяғын геологик өйрәнеү өсөн ер аҫты участкалары исемлегенә индереүгә өлгәшә, был ғәмәлдә, быйылдан коммерция предприятиелары өсөн геологик өйрәнеүгә мораторий индереүҙе аңлата. Экоактивистар бынан һуң Ирәндек һырты эшкәртеләсәк тигән фекергә килә. Урындағы халыҡ араһындағы кире кәйеф социаль селтәрҙәрҙә яһалма рәүештә ҡуйыртыла. Хәлде тотороҡһоҙландырырға тырышыу факттары күҙәтелә, шул иҫәптән сит илдәрҙән дә. Әммә улар уңышҡа өлгәшмәй, кешеләр провокацияға бирешмәй. Һәм бөгөн халыҡ ведомство-ара комиссияның позицияһын тыңларға килде. Урындағы халыҡтың ышанмауы намыҫһыҙ ер аҫты ҡулланыусыларының эшмәкәрлегенә нигеҙләнә, улар үҙ участкалары сигенән сығып, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерә. Бынан тыш, улар рекультивация менән шөғөлләнмәй, шуның һөҙөмтәһендә тупраҡтың уңдырышлы ҡатламы юғала. Ведомство-ара комиссия һәм урындағы халыҡ бындай предприятиеларҙың эшмәкәрлеген туҡтатыуға өлгәшә. Кисә Ишмырҙа ауылында үткән граждандар йыйылышында шулай уҡ тағы ла ике лицензиаттың тораҡ пункт эргәһендә карьер эшләүҙән баш тартыуы тураһында иғлан ителә. Ә Ирәндек һыртының планлаштырылған геологик разведкаһы инвентаризация өсөн генә кәрәк. Башҡортостан биләмәһе һәр ваҡыт файҙалы ресурстарға һәм ҡаҙылмаларға бай. Граждандар йыйылышында ҡатнашыусылар фекеренсә, улар урындағы халыҡ мәнфәғәтендә эшләргә тейеш. Ә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар-тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен үтәргә бурыслы. Әммә һуңғы йылдарҙа Урал аръяғында тәбиғәт байлыҡтарына намыҫһыҙ ҡараш күҙәтелә. Тап ошоға бәйле, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ведомство-ара комиссия ойошторолдо, ул урындағы халыҡ менән берлектә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эш башланы. Бынан тыш, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға бәйле иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итеү маҡсатында ҡарарҙар әҙерләү буйынса совет булдырылған.