Төбәктә ауыл хужалығы тармағында юғалтыуҙарҙы кәметеү маҡсатында ғәҙәттән тыш хәл индерелде

Һалҡын көндәрҙә баҫыу культураларын ҡырау һуғып республика аграрийҙарына 500 миллион һумдан ашыу зыян килгән. Төбәктә ауыл хужалығы тармағында юғалтыуҙарҙы кәметеү маҡсатында ғәҙәттән тыш хәл индерелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә сәсеү кампанияһы, Шаҡша биҫтәһендәге күпер ремонты, ял парктарында аттракциондарҙың техник торошо, пляждарҙың әҙерлеге һәм башҡа һорауҙар барланды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Май башындағы һалҡындар аграрийҙарға ярайһы зыян килтерҙе - 120 мең гектар майҙанда сәселгән сөгөлдөр, арпа, рапсты ҡырау һуҡты. Был культураларҙың байтаҡ өлөшөн яңынан сәсергә тура килә. Айырыуса Баҡалы, Илеш, Саҡмағош, Шаран райондары баҫыуҙары зыян күргән.Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, юғалтыуҙарҙың дөйөм суммаһы 590 миллион һумға баһалана.

Дөйөм алғанда республикала сәсеү миҙгеле тамамланыу алдында - ауыл хужалығы эшсәндәре cәсеү кампанияһының 90 процентын теүәлләгән. Стәрлетамаҡ, Благовар, Илеш, Көйөргәҙе, Мәләүез райондары иген культураларын ултыртыу буйынса лидерҙар рәтенә сыҡҡан. Оператив кәңәшмәлә республикала пляждарҙың әҙерлеге һыҙыҡҡа алынды. Граждандарға ял итеү, һыу инеү өсөн 117 пляж йыһазландырыу күҙаллана. Рөхсәт ителгән урындарҙа хәүефһеҙ ял өсөн шарттар булдырыу маҡсаты ҡуйыла - төбәк етәксеһе Радий Хәбиров пляждарҙы ойоштороуҙан баш тартҡан муниципалитеттарҙы тәнҡитләне.

Йәйге каникулда балалар хәүефһеҙлеге оператив кәңәшмәлә иғтибар үҙәгендә булды. Ял парктарында эшләгән 504 аттракционда техник тикшереү ойошторолған. 11 аттракционда етешһеҙлектәр табылған. Был ҡоролмалар тәртипкә килтерелгәс кенә файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Башҡортостан башлығы шулдай уҡ баш ҡала юлдарында ремонт эштәрен дә иғтибарға алды. Шаҡша биҫтәһендәге күпер төҙөкләндерелеүгә бәйле ҡатмарлыҡтар булыуы ихтимал, әммә волдителдәргә уңайлы альтернатива ойоштороу мөһим.

Майҙың һуңғы аҙнаһында Башҡортостанда Халыҡ-ара кимәлдә эшлекле һәм мәҙәни-тарихи саралар уҙғарыу күҙаллана . Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар « форумында 1750 белгес ҡатнашып, тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Төбәктә тәүге тапҡыр ойоштороласаҡ «Китап байрам» йәрминкәһендә бай йөкмәткеле күргәҙмә, оҫталыҡ дәрестәре, авторҙар менән осрашыуҙар, тасуири уҡыу конкурстары көтөлә.

Флорида Ким

Волна
Акции БСТ