Программаны тормошҡа ашырыуға яҡынса 744 миллион ярым һум аҡса бүленгән. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә билдәләп үтте. Әлегә 272 подъезда ремонт ойошторолған.
Төҙөкләндереү эштәре барышында иҫке тәҙрәләр пластикҡа алмаштырыла, почта йәшниктәре, ишек яңыртыла, тәүге ҡатта плитка һалына. Стенаның ниндәй төҫтә булыуын милекселәр үҙҙәре һайлай. Шулай уҡ фатир хужалары эштәрҙе ҡабул итеүҙә лә ҡатнаша - етешһеҙлектәр юҡ ителмәйенсә, актҡа ҡул ҡуйылмай. Быйыл тәүгеләрҙән булып Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында урынлашҡан йорттарҙа күләмле ремонт тамамланған.




