Башҡортостан Тажикстан менән туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй

Был турала Өфөлә уҙған осрашыуҙа һүҙ барҙы. Делегацияны Тажикстан ҡарамағындағы туризм үҫеше буйынса комитет рәйесе Камолиддин Муминзод етәкләй. Үҙәк Азия ҡунаҡтары Башҡортостанға тиклем Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә булған, улар илдең туризм ҡеүттәре менән танышырға, ике яҡ араһында ошо өлкәлә бәйләнештәрҙе нығытырға ниәтләй. Шулай уҡ сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрен дә киңәйтеү күҙаллана.

Әле Башҡортостан менән Тажикстан араһындағы тауар әйләнеше 60 миллион доллар, әммә был күрһәткесте бер нисә тапҡырға арттырырға мөмкин. Осрашыуҙа ике республиканың да туризм ҡеүәтенә арналған презентация күрһәтелде, туристик операторҙар араһында хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйылды.

Башҡортостандың Үҙәк Азия туристарына тәҡдим итерлек үҙенсәлекле маршруттары бар. Мәҫәлән, һыу туризмы, йылғалар буйлап катамарандарҙа ағып төшөү. Республикала этнотуризм да үҫешкән, заманса музей комплекстары ла, тарихи тәбиғәт ҡомартҡылары ла бар.

Рөстәм Моратов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министрының беренсе урынбаҫары

Тажикстандың боронғо диуарҙары, быуаттар буйы һаҡланған милли-мәҙәни хазиналары Башҡортостан ҡунаҡтарына бик ҡыҙыҡлы булыр тип уйлайым. Памир тауҙары, Искәндәркүл, һәм башҡа тарихи урындар туристарҙы көтә.

Камолиддин Муминзод, Тажикстан хөкүмәте ҡарамағындағы туризм үҫеше буйынса комитет рәйесе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ