Башҡортостандан 5 меңдән ашыу ир-егет Ватанды һаҡларға юлланасаҡ

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы егеттәрҙең һаулығы ентекләп тикшерелә, ниндәй ҙә булһа сирҙәре булғандар хеҙмәт итергә ебәрелмәй. Хәйбулла районынан йыл һайын 100-ҙән ашыу егет Ватан алдында хәрби бурысын үтәргә саҡырыла.

Ошо көндәрҙә хәйбуллалар район хәрби комиссариатынан буласаҡ һалдаттарҙың икенсе төркөмөн оҙатты. Республиканан хәрби хеҙмәткә саҡырылған ир-егеттәр илдең бөтә төр ғәскәрҙәрендә лә хеҙмәт итәсәк. Улар махсус хәрби операцияға ебәрелмәй. Яҙғы саҡырылыш кампанияһы15 июлгә тиклем дауам итә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ