Мәшһүр музыка эшмәкәре, фольклорсы-ғалим, күренекле композитор Айрат Ҡобағошов иҫтәлегенә. Моң эйәһенең тыуған ере - Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында шәхестең хәтер һәм хөрмәт сараһы уҙҙы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Айрат Миңлеәхмәт улы Ҡобағошов ошо ҡотло нигеҙҙә 1950 йылдың 1 февраленда күмәк балалы ғаиләлә донъяға килә. Атаһы ла, әсәһе лә йырға-моңға оҫта кешеләр була. Атаһы оҙон көйҙәр башҡарыуға маһир, әсәһе халыҡ ижады ынйылары - ҡобайырҙар, әкиәттәр, легендаларҙы яҡшы белгән. Айрат көйҙәр яҙыу менән мәктәптә уҡыған саҡта уҡ шөғөлләнә башлай. Уның һәләтен күргән Нуриман ағаһы Өфөләге интернат-мәктәпкә уҡырға алып барыуҙы хәстәрләй.
Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ингәс, композиция менән шөғөлләнә. Ут күршеһе, баласаҡ һәм йәшлек дуҫы Ғәзинур Үтәгәнов та ауылдашы янына ятаҡҡа килеп йөрөй. Фортепьянола, баянда, ҡурайҙа үҙе ижад иткән көйҙәрен Айрат дуҫы йыш ҡына уға уйнап ишеттерә.
Мостай Кәрим һүҙҙәренә Айрат Ҡобағошов ижад иткән «Уҡытыусыма» йыры тәүге нотаһынан уҡ таныла. Дуҫы Ғәзинурҙың оҫта баянсы булып китеүендә лә дуҫының йоғонтоһо көслө булған.
Рәсәйҙең һәм Башҡоростандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Айрат Миңлеәхмәт улы Ҡобағошов иҫтәлегенә арналған хәтер сараһында яҡын туғандары, ауылдаштары, яҡташтары ҡатнашты. Шәхес рухына Ҡөрьән аяттары уҡылды. Айрат Ҡобағошовты яҡындан белеүселәр яҡты хәтирәләре менән бүлеште.
Музыка ҡоралдары менән биҙәлгән ҡәбер рәшәткәһе һәм мәрмәр таҡтаташ авторы бер туғаны скульптор Өлфәт Ҡобағошов. Класташы, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина даланлы Таймаҫ уҙамандары Айрат һәм Өлфәт Ҡобағошовтар белем алған мәктәп бинаһына ла иҫтәлекле мәрмәр таҡтаташ ҡуйыу тәҡдимен индерҙе.
Башҡорт халыҡ милли уйын ҡоралдарын тергеҙеүсе, Өфө дәүләт сәнғәт институтында традицион музыка кафедраһын, башҡорт музыка факультетын ойоштороусы хөрмәтенә ҡурай, думбыра моңдары ағылды. Композициялар Айрат Ҡобағошов белем биргән, үҫтергән һөнәрмәндәр башҡарыуында яңғыраны.
Симфония, ҡыллы квартет, фортепиано өсөн соната, хор өсөн поэмалар һәм йырҙар...Бынан тыш маэстро башҡорт фольклорының онотолған жанрҙарын, бигерәк тә ҡобайырҙарын, яңырта.
Айрат Ҡобағошов- «Шоңҡар» операһы авторы, заман рухындағы йырҙары ла йәштәр араһында киң танылыу тапҡан.
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу кафедраһында 250-нән ашыу белгес уҡып сыҡҡан. Улар бөгөнгө көндә музыка училищеларында, филармонияларҙа, Башҡортостан Милли халыҡ ҡоралдары оркестрында уңышлы эшләй. Студенттары араһынан 80-дән ашыу төрлө кимәлдәге конкурстар лауреаттары үҫеп сыҡҡан. Был күрһәткестәр Айрат Ҡобағошовтың башҡорт милли сәнғәтенә индергән тос өлөшө хаҡында һөйләй.
Айрат исеменә һоҡланғыс, изгелекле. мәрхәмәтле тигән мәғәнә һалынған. Билдәле замандашыбыҙ, мәшһүр композитор, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, фольклорсы
Айрат Ҡобағошов -башҡорт музыка сәнғәтенә тос өлөш индергән шәхес. Дөңгөр, думбыра, ҡылҡумыҙ, ятаған музыка ҡоралдарын халыҡҡа ҡайтарыусы ла ул.
Гүзәл Борханова



