Республика Башлығы Радий Хәбиров предприятиеның Булгаков ауылындағы филиалы менән танышты. Әле компания етештергән тауар илдең 84 төбәгендә һатыла. Шулай уҡ Ҡаҙағстан, Беларусь, Әрмәнстан һәм Әзербайжан баҙарҙарына сығарылған. Уҙған йылда 12 миллиард 700 миллион һум һалым түләнгән, уның өстән бер өлөшө республика ҡаҙнаһына ингән. Быйыл етештереүҙе тағы арттырыу көтөлә. "Башспирт" иҡтисад өсөн мөһим таяныс булып тора, - тине Радий Хәбиров.




