Аксаков баҡсаһындағы аркалы ҡапҡаларҙы һүтеп ҡабаттан тергеҙеү мәсьәләһе ҡаралды

Хакимиәт, подрядсы ойошма вәкилдәре, ҡала советы депутаттары өфөлөләр менән осрашты. Күрше бинаны төҙөгәндән һуң ер аҫты һыуҙары юлдары үҙгәреп, нигеҙҙе өлөшләтә йыуған һәм арка емерелә башлаған. Уның аша үтеп йөрөү хәүеф тыуҙыра. Әле тарихи ҡомартҡыны һаҡлау мәсьәләһе ҡарала.

Арканы яңыртыуҙа, баҡсаны төҙөкләндереүҙә халыҡ фекеренә ҡолаҡ һаласаҡбыҙ. Арканы реконструкциялау күҙаллана, сөнки объект авария хәлендә. Яңы проект тарихи-мәҙәни экспериза ла үтәсәк.

Сергей Минеев, подрядсы ойошманың баш инженеры

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, биләмәне яңыртыу өсөн баш ҡалала йәшәүсе халыҡ күпселек тауыш биргән. Баҡсаны төҙөкләндереү «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә башҡарыла.Тарихи аллея, күл яры, әҙәби ҡунаҡхана, ваҡиғалар, балалар, скейт майҙандары, асыҡ һауалағы китапхана, төрлө кимәлдәге бәүелсәктәр - былар бөтәһе лә яңыртылған Аксаков баҡсаһында барлыҡҡа киләсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ