Башҡортостан агросәнәғәт комплексын льготалы кредитлауға 86 миллион һумлыҡ өҫтәмә аҡса

Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан агросәнәғәт комплексын льготалы кредитлауға 86 миллион һумлыҡ өҫтәмә аҡса бүлгән. Был төбәк аграрийҙарына 5 процентҡа тиклем ставка менән 2 млрд 400 миллион һум кредит йәлеп итеү мөмкинлеге бирә.

Бөгөнгә федераль ведомство башҡорт аграрийҙарынан килгән 237 заявканы хуплаған, дөйөм кредит суммаһы - 6 млрд 700 миллион һум тәшкил иткән. Льготалы кредиттар ялан эштәрен башҡарыуҙа төп аҡса сығанағы һанала.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ