«Ҡыҙылармеец Яҡупов» документаль фильмының исем туйы үтте

Мәсетле районы, Сибай, Өфө ҡалаларында БСТ телеканалы төшөргән «Ҡыҙылармеец Яҡупов» документаль фильмының исем туйы үтте. Сарала Дәүләтбай Яҡуповтың балалары, ейәндәре, бүләләре, фильмда төшкән артистар һәм балалар, ярҙам күрһәткән ирекмәндәр ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡылыслылар һәм ПТР бүлексәләре командиры, гвардия өлкән сержанты Дәүләтбай Яҡуповтың шәхесе фильм төшөрөүселәрҙе ҡаһарманлығы менән генә ҡыҙыҡһындырмаған. Тәү сиратта уның шиғыр оҫтаһы булыуға баҫым яһалған. Мәктәп дәреслектәренә ингән «Дон далаларында» бәйетенең авторы Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылы егете Дәүләтбай Яҡупов тип иҫбатлай фильм.

Эҙләнеүҙәр ике яҡлы барған. Дәүләтбай Яҡуповтың ейәндәре һәм ғалимә Гөлсәсәк Саламатованың күп йыллыҡ эшмәкәрлеге тейешле һөҙөмтә биргән. Хәҙер авторлыҡты рәсми танып, дәреслектәргә төҙәтмә индереү бурысы тора.

Дәүләтбай Яҡуповтың яҡташтары осрашыуҙы ике урында - район үҙәге Оло Ыҡтамаҡта һәм Яңы Мишәр ауылында ойошторҙо. Ҡунаҡтарҙы Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин сәләмләне һәм оло рәхмәтен еткерҙе.

Ошондай уҡ сара Өфөлә, М. Ғафуриҙың йорт-музейында һәм Сибай ҡалаһында үтте. Фильмда А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артистары төшкән. Реконструкция өлөшө Баймаҡ районы Моҡас ауыл советына ҡараған Бәләкәй Төркмән ауылында төшөрөлгән. Ижади төркөм, Дәүләтбай Яҡуповтың балалары һәм ейәндәре профессиональ һәм йәш актерҙарға, ярҙам күрһәткән ауыл халҡына оло рәхмәтен еткерҙе, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

«Ҡыҙылармеец Яҡупов»- БСТ телеканалының «Онотолмаҫ исемдәр» циклынан икенсе фильмы. Тәүгеһе Башҡортостан һәм Татарстандың фән донъяһында танылыу алған, әммә исеме онотолоуға дусар ителгән ғалим Зәбихулла Исҡужинға арналғайны. Йыл аҙағына тиклем тағы ике документаль фильм сығарыу күҙаллана.

Рәйсә Абдуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ