Бөгөн Өфөлә республиканың «Газпром» ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. Радий Хәбиров үҙ сығышында төбәктә социаль газификация өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшелеүен билдәләне.
2021 йылдан зәңгәр яғыулыҡ менән коммункациялар 32 мең ярым йортҡа тиклем еткерелгән. Газ менән файҙаланыу мөмкинлеге 47 меңгә яҡын йортҡа бирелгән. «Газпром төбәк-ара газ» йәмғиәте етәксеһе Сергей Густов әйтеүенсә, газға тоташтырыу күрһәткесе буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғы субъекттарҙың береһе.




