Рәсәй оборона министрлығы тарафынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хат, посылка туплау буйынса өҙлөкһөҙ эш алып барыла. Ике йүнәлештә коммуникация линияһы булдырылған. Мәктәп уҡыусылары һәм ауыл халҡы Ватан һаҡсыларына изге теләк, рәхмәт һүҙҙәрен еткереп терәк күрһәтә.
Барлыҡ хаттар һәм посылкалар фельдъегер-почта элемтәһе станцияһына килә. Бында эш тәүлек әйләнәһенә бара. Корреспонденция айырыуса байрам көндәре арта.






