Республика парламенты депутаттары “Атҡаҙанған халыҡ кәсептәре оҫтаһы” тигән маҡтаулы исем тураһында закон проектын ҡарай. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов ошо турала белдерҙе.
Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙың пленар ултырышы 25 майға билдәләнгән. Йыйылыш барышын парламенттың рәсми сайтында онлайн тәртиптә ҡарарға була.








