Улар араһында Мерәҫовтар ҙа бар. Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында 7 йыл эшләгән Гөлиә менән Раян Мерәҫовтар Байғусҡар ауылында тыуып үҫеп, Сибай медицина колледжында белем алған. Йәш белгестәр уҡыған йылдарҙа уҡ өйләнешеп, хеҙмәт юлын бергә башлаған. Фельдшер һөнәрен үҙләштергән пар эштә лә бик яуаплы белгес һанала. Ғаилә башлығы рентген лааборанты, ә ҡатыны өлкән шәфҡәт туташы булып эшләй.






