Баймаҡ ҡалаһында, Мерәҫ ауыл китапханаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова менән осрашыу үтте. Кисәлә ижадсының әҫәрҙәре тураһында ғына түгел, тотош әҙәбиәт, тормош тураһында ла һүҙ барҙы. Әҙибә менән аралашыу уҡыусылар өсөн рух байрамына әйләнде.
Күсей ауылы ҡыҙы Таңсулпан Ғарипованы райондаштары һәр саҡ көтөп ала. Тыуған яғына ҡайтҡанда , ул китап уҡыусылар менән осрашырға ваҡыт таба. Ижадына арналған конференцияларҙа,түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнаша. Урындағылар өсөн халыҡ яҙыусыһы әңгәмәләшеп ҡалыу - ҙур мәртәбә.
Донъя кимәлендә танылыу яулаған «Бөйрәкәй» роман-эпопеяһы менән танышҡандан һуң уға битараф ҡалыусы уҡыусылар һирәктер.Һәр кемде әҫәрҙең яҙылыу тарихы, геройҙарының прототиптары кемдәр булыуы ҡыҙыҡһындыра.Үткәнде һәм бөгөнгөнө бәйләгән «Бөйрәкәй» романы күптәрҙең өҫтәл китабы булып тора.
Мерәҫ ауыл китапханаһында Таңсулпан Ғарипова менән осрашыу йәнле, үҙенсәлекле үтте.Китап уҡыусылар яратҡан яҙыусыһының янында ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәне. Әҙибә менән осрашыуҙар Иҫке Сибай, Түбә һәм Күсей ауылдарында ла ойошторолдо.
Раушания Рәхимова



