Йыл башынан Башҡортостанда 4 меңдән ашыу водителдең эскән килеш руль артына ултырыуы асыҡланған

Үткән айҙа ғына өс тиҫтәнән ашыу протокол төҙөлгән. Күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеүгә бәйле республика район-ҡалаларында аҙна һайын рейд уҙғарыла. Иҫерек водителдәрҙе асыҡлауға бәйле саралар күрелә.

Бөгөн Башҡортостан башлығы тәҡдиме буйынса участка вәкиле хеҙмәтенә 25 алкотектор тапшырылды. Республика иҫәбенә алынған ҡоролма төпкөл ауылдарҙа эшләүсе полиция хеҙмәткәрҙәренә ебәреләсәк. Бынан ары юлда туҡтатылған иҫерек водителдәрҙең урында уҡ ҡандағы алкоголь кимәле тикшереләсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ