Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры һәм филармонияның билдәле сәнғәт оҫталары менән берлектә әҙерләнгән үҙенсәлекле этнопроект премьераһына БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова тамаша ҡылды.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Быуаттар төпкөлөнән Урал легендалары» программаһы менән 84-се ижад миҙгеле ябылды.
Республикабыҙҙың этнобренды Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры сығышы өфөлөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына сәғәт ярымлыҡ зауыҡлы тамаша тәҡдим итте. «Беҙ-Рәсәй!» федераль проекты сиктәрендәге программа Марат Фәйзуллин музыкаһына, Ленар Дәүләтбаев оркестровкаһындағы «Донъя яралышы» тигән композиция менән асылды.
Башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса «Урал» тауҙары оҙон билбауҙы хәтерләтә. Ошо тауҙарҙың бәһлеүәне ер хазиналарын билбауының тәрән кеҫәһендә йәшерер булған. Тыуған еребеҙҙең сал быуаттар төпкөлөнән килгән тарих- хикәйәттәрен оркестр солистары тамашасыға моң аша бәйән итте.
Премьерала башҡорт халҡының музыкаль мираҫы- билдәле халыҡ йыҙары һәм көйҙәренән тыш, тап ошо концерт өсөн яҙылған яңы композициялар ҙа яңғыраны. Оркестр дирижеры Ленар Дәүләтбаевтың «Күсмә халыҡтар»,»Ҡобайыр», Шәүрә Сәғитова эшкәртеүендә «Хан ҡыҙы» композицияларын тамашасы йылы ҡабул итте һәм көслө алҡыштарға күмде. Дирижер сәхнәгә күтрелгән кескәй тамашасыға ла бергәләп оркестр менән эшләү мөмкинлеге бирҙе.
«Быуаттар төпкөлөнән Урал легендалары» программаһы Башҡорт донъяһына үҙенсәлекле сәйәхәттең ҡуйыусы режиссеры Сулпан Асҡарова. Этнотамаша Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының 85 йыллығына ла ҙур бүләк булып тора.
16 номерҙан торған концерт программаһы бай йөкмәткеһе, тәрән фекере, сағыу биҙәлеше менән тамашасы күңелен әсир итте. Тап ошо программа менән быйыл октябрҙә Рәсәй ҡалалары буйлап концерт туры ойоштороу күҙаллана.
Гүзәл Борханова



