Башҡортостан тимер юлы буйлап хәрәкәт итеүсе йөк составы тимер юлға мышы сығыу сәбәпле, ике тапҡыр туҡтарға мәжбүр булған. Машинистар сигнал биреп, ашығыс тормозға баҫа, тик һуң була. Бәрелеш һөҙөмтәһендә Ҡарламан станцияһының 51-се саҡрымында мышы йән бирә.
Шулай уҡ күптән түгел Өфөнөң Дәүләткилдиев бульварында ла такси водителе ике ҡырағай хайуанға тап була. Мышылар таңғы сәғәт биш тирәһендә «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәге эргәһендә йөрөгән. Ир уларҙы яҡындағы урманға табан ҡыуа. Һуңғы аҙнала республикала мышы менән ҡоралай ҡатнашлығында 11 юл-транспорт фажиғаһе теркәлгән.






