Өфөлә Республика медицина учреждениеларының кадрҙар бүлеге етәкселәре йыйылышы үтте

Кадрҙар барыһын да хәл итә. Бөгөн Халыҡ-ара кадрҙар хеҙмәткәрҙәре көнөндә республика медицина учреждениеларының кадрҙар бүлеге етәкселәре Өфөгә йыйылды. Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында үткән форумда кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләләре ҡаралды, Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сараны Республика профсоюз ойошмаһы менән берлектә ойошторған. Кадрҙар хеҙмәткәрҙәре шарттарҙың уңайлы булыуын, хеҙмәт килешеүҙәренең үтәлеүен күҙәтә, профсоюздар, коммерция булмаған ойошмалар, ирекмәндәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Шулай уҡ йәш белгестәргә, хеҙмәткәрҙәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү бөгөн республика һәм федераль кимәлдәге программаларҙа ҡаралған.

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһына йәш кадрҙарҙы йәлеп итеү буйынса маҡсатлы эш йәйелдерелгән. Тәү сиратта университет һәм колледж тамамлаған белгестәр иғтибарға алына. Медицина колледждары филиалдары артыуы, район үҙәк дауаханалары менән бәйләнеш булдырылыуы ла үҙ һөҙөмтәһен бирә. Әйтәйек, быйылдан терапевт һәм педиатрҙарға өҫтәмә 3-шәр миллион һум түләүҙәр проекты тормошҡа ашырыла башлай.

Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ