Өфөлә Лилиә Өмөтбаеваның музыкаль-шиғриәт концерты үтте

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин концерт залында «Яңылыҡтар» хеҙмәте алып барыусыһы Лилиә Өмөтбаеваның музыкаль-шиғриәт концерты үтте.

«Күңел ынтылыштарым» тип исемләнгән мәҙәни кисәлә һәләтле коллегабыҙ үҙе ижад иткән һәм билдәле авторҙарҙың шиғырҙары менән сығыш яһаны. Сәхнә телмәре оҫталығынан тыш, йырға маһирлығын да күрһәтте.

Лилиә Өмөтбаева тарихсы һәм журналист һөнәре буйынса ике юғары белемгә эйә. Музыкаль белемен иһә сәнғәт институтында дауам итә. Бала саҡтан ижадҡа ынтылған хеҙмәттәшебеҙ студент йылдарында «Хан ҡыҙы» төркөмө солисы ла була, үҙен төрлө вокал конкурстарында ла уңышлы һынай. Джаз, блюз, рок жанрҙары менән ҡыҙыҡһына. Бер сәғәтлек концертты «Атмосфера» акустика музыкаль проекты сығыштары ла биҙәне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ