Республиканың ике ойошмаһы күптән хәл итеүҙе талап иткән проблемаһы ҡаралды

Бизнес проблемаларын уртаға һалып. Республиканың яуаплылығы сикләнгән ике ойошмаһы күптән хәл итеүҙе талап иткән проблема менән Йәмәғәт процедуралары үҙәгенә мөрәжәғәт иткән.

Медиация майҙанында бизнес һәм власть араһында хәл ителмәгән мәсьәләләр ҡарала. Һәр яҡтың дәғүәләрен һәм дәлилдәрен тыңлап, уртаҡ фекергә килергә тейешбеҙ. Бындай майҙандар ил буйынса бер нисә төбәктә генә эшләй, шул иҫәптән беҙҙә, бөгөнгө осрашыу һөҙөмтәле булды.

Ирина Абрамова, Башҡортостан эшҡыуарҙары хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил

Ойошмаларҙың береһе Башҡортостан энергия һатыу компанияһына дәғүә белдерә - электр энергияһы өсөн түләүҙәр бер нисә тапҡырға арттырылған. Артыҡ түләнгән сумма миллиондар менән иҫәпләнә. Мәсьәләне хәл итеү юлдары «Бизнес коррупцияға ҡаршы» Йәмәғәт процедуралары үҙәге йәмәғәт советы ултырышында ҡаралды. Сарала дәүләт власы органдары, эксперттар берләшмәһе, яуап ҡайтарыусылар проблеманы бар яҡлап асыҡланы, уны хәл итеү юлдарын тикшерҙе.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ