Сираттағы сығарылыш бөйөк рус басы Федор Шаляпиндың ижадына арналған, уның Ҙур һәм Мариин театрҙары солисы булараҡ үҫеше яҡтыртыласаҡ. Ҡаҙанда тыуып үҫһә лә, музыкаль карьераһы тап Өфөлә башланған. Шуға программа танылған опера йырсыһының ижади эшмәкәрлегенә бәйле ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап төшөрөлә. Бөйөк музыканттар тураһында программа алып барыусыһы телевидение йондоҙо Оксана Федорова.
Проекттың маҡсаты - классик мираҫты популярлаштырып, академик сәнғәт менән шөғөлләнгән йәш таланттарҙы үҫтереү. Программа тамашасыларға 10 июлдә Кисловодск ҡалаһында күрһәтелә. Кинокартина менән проекттың сайтында һәм социаль платформаларҙа танышып буласаҡ.



